Ул үҙенең коллегаларына ниндәй проекттар тормошҡа ашырылыуы һәм пландар тураһында еткергән.
"Газпром газ бүлеү Өфө" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалында эштәр көйлө барғанын Олег Бойцов һөйләгән. Инвестиция проекттары һәм газлаштырыу тураһында ла онотмаған.
Осрашыуҙа фекер алышҡандар, теге йәки был мәсьәләне нисек хәл итергә икәнлеген асыҡлағандар, тип һөйләне Рөстәм Фәрит улы. Бындай осрашыуҙар мотлаҡ һөҙөмтәле була.
Мәҫәлән, бөгөн улар тормошҡа ашырылған бер нисә проектҡа үҙгәрештәр индерергә әҙер. Предприятие етәкселәре бындай мәсьәләләрҙе тикшереүгә айырым ваҡыт бүлеп, етди ҡарар итәләр.