Беҙ журналистар, һәр мөһим сарала ваҡиғаларҙың уртаһында булабыҙ, яҡтыртабыҙ. Әле Башҡортостан Башлығы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы депуттарын һайлауҙа ла әле эштәбеҙ.
Шуға ҡарамаҫтан һөнәри генә түгел, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы атҡарырға ла ашығабыҙ.
Әлеге минуттарҙа эшләгән арала тиерлек, коллегабыҙ, Ашҡаҙар гәзите хәбәрсеһе, билдәле шағирә Римма Ғәлимова ла тауыш бирҙе.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Римма Ғаяз ҡыҙы башҡортса бюллетен менән һайланы.