Шәмбе, 21 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +6...+11 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ +13+ + 18 градусҡаса йылытасаҡ.
Йәкшәмбе, 22 сентябрҙә, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6...+11 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ термометр бағанаһы +12+ + 17-гә тиклем күтәреләсәк.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда уртаса йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, уртаса көндөҙгө һауа температураһы +12...+17 градус тәшкил итәсәк.