Табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, кесе медицина персоналын, структура подразделениелары етәкселәрен һәм медицина менән бәйле булғандарҙың барыһын да ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эмиль Шәймәрҙәнов, Стәрлетамаҡ районы башлығы урынбаҫары Евгений Вәлиев, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауил Халфин ҡотланы.
1-се ҡала клиник дауаханаһы тағы ла күп йылдар беҙҙе һөйөндөрөп эшләһен. Пациенттар тик һауығып, шатланып ҡына сыҡһындар унан!