2019-2023 йылдарҙа Башҡортостандың АГРОсәнғәт комплексында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә федераль бюджеттан дөйөм суммаһы 3 миллиард 312 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы йүнәлтелде. 552 эш урыны булдырыла. 2024 йылда был маҡсатҡа 422 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, 100 эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Шулай уҡ төбәктә 2019 йылдан 2023 йылға тиклем «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын Акселерациялау» төбәк проекты сиктәрендә агросәнәғәт секторында хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына «Бәләкәй, урта һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә 1 миллиард 436 миллион һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелде.
-Төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙа 5 йылында Башҡортостанда 296 яңы фермер хужалығы булдырылды. 12 меңдән ашыу консультация хеҙмәте күрһәтелгән. Ҡулланыусылар кооперацияһына 10 меңдән ашыу ҡатнашыусы йәлеп ителгән, 223 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы дәүләт ярҙамы алған, – тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте Вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Бынан тыш, 2019-2023 йылдарҙа Берҙәм субсидия сиктәрендә «Агропрогресс» һәм «Ғаилә фермалары» йүнәлештәре буйынса грант ярҙамына, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә 1 миллиард 360 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Аҡса 25 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын яҡшыртыуға һәм 122 ғаилә фермаһы эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелде.
Ауыл хужалығы министры Оксана Лут менән бәләкәй агробизнесҡа дәүләт ярҙамы тураһында һөйләштеләр. Ул һуңғы йылдарҙа Рәсәй АГРОсәнғәт комплексы ысын мәғәнәһендә ғорурланырға мөмкин һәм кәрәкле һөҙөмтәләргә өлгәште, тип билдәләне. Оксана Лут 2025 йылда фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыуға һәм ауыл кооперацияһын үҫтереүгә бюджет проектына өҫтәмә рәүештә 7 миллиард һум һалыныуы хаҡында һөйләне.
Федерация советының беренсе вице-спикеры, Берҙәм Рәсәй генераль советы секретаре вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Якушев Рәсәй ауыл хужалығы Министрлығына бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәрҙә бәләкәй хужалыҡ формаларына һәм АГРОсәнғәт комплексы секторына ярҙамды һаҡлап ҡалырға тәҡдим итте.
-Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ҡағылышлы бөтә ярҙам сараларын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға кәрәк. 2012 йылдан алып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына индерелгән иҡтисади субъекттарға гектар ярҙамына субсидия эшләп килә. Ауыл хужалығы министрлығы Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарының урта һәм бәләкәй предприятиеларына ярҙам тураһында ҡарар әҙерләгән. Ошо мәсьәләгә кире ҡайтырға, башҡа федераль округтар вәкилдәренә ярҙам итергә тәҡдим итәм», – Тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Якушев.