1. Беҙҙә 2,175 миллион кеше физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был республика халҡының 60 проценты.
2. 2018 йылда спортты финанслау 4,4 миллиард һум ине, ә хәҙер 10,2 миллиард.
3. Башҡортостанда -13 363 спорт ҡоролмаһы. Объекттар һаны буйынса беҙ 3-сө урында торабыҙ, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән һуң.
4. Былтыр бер нисә ҙур спорт объекты асылды, улар араһында Өфөлә футбол манежы, Шаран, Борай, Бүребай ауылдарында физкультура һауыҡтырыу комплекстары, Аҡъяр ауылында бассейн, Октябрьскийҙа боҙ аренаһы, шулай уҡ Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы хәҙер бар.
5. 2024 йылда уларға ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы, көрәш Һарайы һәм фехтование үҙәге, Нефтекамала бассейн һәм "Амфибия" спорт үҙәге өҫтәлә.
6. Тағы ла 11 ҙур спорт объекттары төҙөлөшө дауам итә.
7. 2023 йылда республика спортсылары 3382 миҙал яуланы.
8. 2023 йылда 759 спортсы һәм тренер ҙур ярыштарҙа еңгәнгә 44,7 миллион һум күләмендә түләү ала.
9. 2020 йылдан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Башҡортостанда «Ауыл тренеры» проекты старт алды. Программа буйынса ауыл тренерҙары 1 миллион һум ала.
10. Бөгөн «Ауыл тренеры» проекты илдең 20-нән ашыу төбәгендә эшләп килә.