Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2025, 11:14

Таҡтаташтар асыу тантанаһы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына бағышлап яугир-интернационалистар стелаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарға таҡтаташтар асыу тантанаһы булды.

Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Таҡтаташтар асыу тантанаһы

Мемориаль таҡтаташтар асыу инициативаһы менән Ватан яугирҙары ғаиләләре Комитеты һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Афғанстан ветерандары Союзы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны. Иҫтәлекле таҡтаташтарға сәскә һалыу тантанаһында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре һәм дуҫтары, почетлы ҡунаҡтар – Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт Комитеты рәйесе Кирилл Первов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашты.
Эмиль Шаймарданов :
Был яугирҙар - беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Улар ҡала тарихында һәм беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә һаҡланасаҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү беҙҙең өсөн беренсе мәсьәлә, кемдер һүҙ менән, кемдер эш менән ярҙам итә, былар бөтәһе лә бер үк кимәлдә бик мөһим. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт! Был эште бер минутҡа ла туҡтатмаясаҡбыҙ. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ!

Гүзәл РӘМИЕВА

Автор фотолары

Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Таҡтаташтар асыу тантанаһы
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас