Стәрлетамаҡтың почетлы гражданины, техник фәндәр кандидаты, 28 уйлап табыу авторы Василий Никитич Шикҡа 94 йәш тулған.
Василий Никитичтың ғүмеренең күп өлөшө Стәрлетамаҡ менән бәйле. Бында уны Шосткинск химик-технологик техникумын тамамлағандан һуң ебәрәләр. 1950 йылдан 2001 йылға тиклем «Авангард» заводында эшләй, унда мастерҙан директорға тиклем хеҙмәт юлын үтә. В.Н.Шик бик күп наградаларға эйә: Октябрь революцияһы ордены (1981), «Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ» ордены (1971, 1976), «Почет билдәһе» ордены (1965), Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданы (2001).
Ошо көндәрҙә Василий Никитичты хакимиәт башлығы урынбаҫары Павел Шорохов һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса «Халыҡ фронты» хәрәкәтенең төбәк штабы ағзаһы Николай Кириллов барып ҡотлаған. Улар Василий Никитичҡа бүләктәр тапшыра, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләй. Василий Никитич оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да заманса фекерләй һәм бик теремек. Ул ҡунаҡтарҙан ҡала тормошо тураһында ҡыҙыҡһынып һорашҡан һәм заводта үткән хеҙмәт көндәрен ҙур йылылыҡ менән хәтеренә төшөргән.
Ҡала хакимиәте сайтынан.