Ашҡаҙар
-22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Март 2025, 16:42

“БЕҘ ИЛДЕ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ҠЫҘҘАР ИНЕК!”

Валентина Соловьева бөгөн дә фашистар менән көрәштә!

“БЕҘ ИЛДЕ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ҠЫҘҘАР ИНЕК!”
“БЕҘ ИЛДЕ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ҠЫҘҘАР ИНЕК!”

...Аяҙ, йылы, яҡты июнь иртәһе. Кемдер Ашҡаҙар буйынан һыуҙан ҡайтып килә, кемдер эшкә ашыға, баҙарға, кибеткә... Ә бер төркөм 7-се класты тамамлаған ҡыҙҙар мәктәптәренә, Стәрлетамаҡтың тарихи 3-сө мәктәбенә олимпиадаға тип юллана. Тик... йәштәрҙе уҡыу һынауы урынына ҙур тормош һынауы көткән була... Мәктәпкә килгәс тә Германия фашистарының һуғыш башлауы тураһында әйтәләр. Аяҙ июнь иртәһен ҡара болот ҡаплап ала шул саҡ, күктә түгел, кешеләрҙең күңелдәрен һуғыш болото баҫа һәм оҙайлы, ҡорбанлы, ғазаплы, 1418 көн һәм төндән һуң ғына тарала был болот... Хәйер, илде тергеҙеү, яңы тормош ҡороу ҡабатланмаҫ үҙе бер һынау булып хәтерҙә ҡала тарих биттәрендә.

 

Ҡайҙан килә йәшәү көсө Валентина Ивановнала?

...Бынан өс йыл элек Валентина Ивановна менән күрешеп, матур әңгәмә ҡороп, гәзитебеҙҙә уның хаҡында мәҡәлә донъя күргәйне инде. Был юлы иһә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан булды уның менән күрешеү сәбәбе. Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙа тиҫтәнән кәм ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе ул, ә ветеран ҡатын-ҡыҙҙар араһында берҙән-бере лә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә ил инәһе туҡһан туғыҙ йәшен билдәләп үтте һәм үткән юлы күрешкәндән бирле һис тә үҙгәрмәгән төҫлө.

Бер быуатлыҡ ғүмер, кисергән ғазаптар, үткән ҙур тормош юлы... Дөрөҫөн әйткәндә, ветеран инәй менән күрешергә юл тотҡанда күңелдә бер аҙ икеләнеүҙәр ҙә булманы түгел: һаулығы, сабырлығы етерме журналист менән аралашырға?.. Әммә икеләнеүҙән йылылыҡ, яҡтылыҡ, күңелгә аңлатып бирә алмаҫлыҡ ниндәйҙер сихәт таратып торған мөхит солғанышындағы фатирға килеп инеү менән үҙенән үҙе таралды.

– Һаумыһығыҙ! – тим уның ҡолағы янынараҡ башымды ҡуйып, ҡысҡырыбыраҡ. Йәнәһе, ишетмәйҙер бәлки.

– Ипләп, йәш кеше, яҡшы ишетәм, – тип бер аҙ шелтәләп йылмая әңгәмәсем. Һәм... шунда ғына аңлайым: икеленеүҙәрҙең ни өсөн юҡҡа сыҡҡанын. Баҡтиһәң, бында алда телгә алған мөхит инәйҙең үҙенән урғыла бит! Теремек, асыҡ сырайлы, йөҙө балҡып торған, етеҙ һәм һис тә бер быуатлыҡ йәш бирерлек түгел инәй ҡаршы ала. Үлән ашап үҫкән йәшлекме, ике ҡыҙының хәстәрлек менән әсәләрен бағыуымы әллә тормошто шул тиклем көслө яратыумы? Ҡайҙан килә йәшәү көсө Валентина Ивановнала? Барыһы ла барҙыр... Ошондай уйҙар башҡа инеп сыҡҡан арала, ветеран инәй өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарға, наградаларға үрелә. Улар үҙҙәре мәҡәлә геройының тормош юлы хаҡында һөйләй һымаҡ...

 

“Әммә беҙгә ун ете генә йәш...”

– Һуғыш сыҡҡас олимпиада, уҡыу ҡайғыһы китте. Уйҙарҙың барыһы ла тиҙерәк дошманды дөмөктөрөүгә барып тоташа ине. Атайымды, ике ағайымды һуғышҡа алдылар. Мин дүртенсеһе булып китергә әҙермен! – тип хәтер ебен һүтә әңгәмәсем. – Әммә беҙгә ун ете генә йәш, кем һине алһын. Күп уйлап торманыҡ, тоттоҡ та комсомол билетында “бер йәш өҫтәнек”. Әлбиттә, хәрби комиссариатта был хаҡта беләләр ине, бер беҙ генәме ни...

Шулай итеп, документта йәш өҫтәп, хәрби-медицина әҙерлек үтеп фронтҡа юллана ҡыҙ. Әйткәндәй, күнекмәләр мәлендә ул бер нисә сәғәткә атаһы менән дә күрешеп өлгөрә (ҡәҙерле кешеһе быға тиклем мобилизацияланған була), тик, үкенескә ҡаршы, был уларҙың һуңғы күрешеү була...

– Һис онотмайым, атаҡайым күстәнәс тә алып килгән ине, үҙенән арттырып, ҡыҙын иркәләгеһе, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәһе килгәндер инде, ҡәҙерлемдең. Эстән ниндәй ғазаптар кисергәндер, әммә фронтҡа юлланасағым хаҡында бер һүҙ өндәшмәне... – тип ул күҙҙәрен алыҫҡа, әйтерһең дә алыҫта ҡалған йылдарға төбәй.

Ун ете йәшлек һалдат ҡыҙ!.. Хәрби күнекмәләр үтһә лә бөгөнгө көн күҙлегенән баҡҡанда, әле сабый ғына ҡыҙ. Тик һынау ул саҡта күптәрҙе алдан өлгөртә шул.

– Беренсе тапҡыр дошмандың авиация менән бомбаға тотоуы бөгөнгөләй тертләтеп ҡуя, фронтҡа килеп ингәс тә булды был хәл. Алда – шартлау, артта – шартлау, уңда ла, һулда ла... Ныҡ ҡот осто, үлергә әҙерләнеп бөткәйнем инде... – тип, хәтерләй, мәҫәлән, һуғыштың бер мәлен ул, мәңгелек булып тойолған мәлен. – Бәлки шуғалыр ҙа әлегә тиклем поезға ултырырға ҡурҡамдыр, – тип тә өҫтәй Валентина Ивановна. Ә һуғыш тамамланғансы тағы нисә ҡабат әжәл менән күҙгә күҙ ҡарашырға тура килә әле уға... Шулай, һуғыш ғазабы ғүмерлеккә күңелгә һеңә.

 

Һуғыш һәм һөйөү

Үткән яҙмала әйтеүебеҙсә, һуғышта Валентина Соловьева Курск фронтына эләгә, аҙаҡ Беренсе Украина фронтына күсерелә. Зенит артилерияһы батареяһына санитар инструктор итеп ҡуялар. Тик телефонистар етешмәгәнлектән, телефонист итеп күсерәләр. Һуңғараҡ 1886-сы полктың 2-се дивизияһында өлкән телефонист була. Бында уға ефрейтор званиеһы бирәләр. Һуғыштың аҙағынаса ул ошонда хәрби бурысын үтәй.

– Кем телефонист булырға теләй, белә, тигәйнеләр, стройҙан сыҡтым да баҫтым, ныҡлы серҙәренә тиҙ төшөнөргә тура килде, һуғыш шарттарында, – тип дауам итә һүҙен ветеран. – Бәйләнештең теге яғында кем икәнен дә белмәнек, ниндәй задание булғанын да – барыһы ла шифрлы ине, әммә шуныһын ныҡлы әйтә алам: был бәйләнештә фронт, Еңеү өсөн мөһим мәғлүмәт тапшырылды!

Йәшлекте урлаған һуғыш... Ә бит ошо ҡыҙҙар шул мәлдә киске уйындарға сығып, вальс әйләнеп, “танауҙарына еҫ керә башлаған” егеттәрҙең шаяртыуҙарына көлгән булып, белем алып, киләсәк төҙөп йәшәргә тейештәр ине. “Һуғышта мөхәббәткә урын бар инеме?” – тип төпсөнән инәйҙән.

– Ниндәй мөхәббәт?! Ниндәй ғишыҡ уйыны?! Беҙҙең күңелдә бер генә һөйөү – Ватанға, бер генә хыял шул Ватанды дошмандан азат итеү ине ул саҡта! – ти һуғыш ветераны. Эйе, һәр нимәнең үҙ ваҡыты, үҙ ағышы. Еңеү килгәс, Валентина тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙе һымаҡ фронтавик менән ғүмер ҡора һәм иптәшенең һуңғы һулышына тиклем йәмле Ашҡаҙар буйында үҙ йорттарында бәхетле ғүмер кисерә, ике ҡыҙҙарын лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтерә. Шуныһы ла бар: был йортта бер ҡасан да һуғыш тураһында һөйләшмәйҙәр...

 

“Әсәй” тип йөрөтәләр уны

Байрам уңайынан әңгәмәсем менән ҡатын-ҡыҙ роле, гүзәл зат бәхете тураһында ла һөйләшкем килеп, һорауҙар яуҙырам, яуаптарҙың һәммәһе – үҙе тормош һабағы һымаҡ яңғырай.

– Гүзәл затҡа ҡатын, Әсә булыу һымаҡ ҙур бурыс йөкмәтелгән. Шул уҡ ваҡытта Ватан саҡырыуы буйынса ул кәрәк саҡта ил, ғаилә һағына баҫа алырға тейеш. Беҙ ҙә илде яҡларға әҙер ҡыҙҙар инек. Беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр. Медицина курстарында уҡыныҡ, хәрби әҙерлек үттек, патриотик һабаҡ алдыҡ. Минеңсә, бөгөн ошолар етмәй һаман да, – тигән уй-кәңәштәрен еткерә ул. – Шул уҡ ваҡытта бәхеттең (ҡатын-ҡыҙ бәхетенең) ҡәҙерен белеп йәшәһендәр ине. Бына мин һуғыштан ҡайттым, ә гимнастерканы алмаштырырға күлдәгем юҡ. Ә илдә нисек ине? Аслыҡ, ауыр тормош – ошоларҙы ла күтәрҙе, күтәрә алды ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар!..

Әсә тигәндән, Валентина Ивановна тормошона бәйле тағы бер һабаҡ алырлыҡ миҫал килтереп үтте. Ул “Башкиравтодор” юл төҙөү-ремонтлау идаралығында утыҙ йылдан ашыу юл мастеры булып эшләй. Ҡул аҫтында йөҙләгән кеше – уларҙың барыһын да әле генә телгә алып үткән ауыр һуғыш йылдарынан һуң ҡулда тоторға, эшләтә алырға һәм тейешенсә нормаһын түләргә кәрәк. Быларҙың барыһын да ғәҙеллек сифаты менән йырып сыға ул. Улай ғына ла түгел мастерҙы эштә “әсәй” тип йөрөтәләр – был хаҡта ветеран йылдар үткәс осраҡлы ғына белеп ҡала. Элекке хеҙмәткәре осрап, рәхмәттәр әйтеп, уның ошо “ҡушаматы” тураһында һөйләп китә. Баҡтиһәң, хәстәрлеге өсөн барыһы ла уны шулай атаған. Тимәк, уның өсөн Әсә булыу бурысы ошондай сифатҡа ла барып тоташа.

– Ҡулымда урман, техника, әммә өйөбөҙҙө лә үҙебеҙ, үҙ көсөбөҙ менән төҙөнөк. Бер саҡта ла алдашманым, урлашманым, ҡурҡып та йәшәмәнем! – ти мәғәнәле итеп Валентина Соловьева.

 

Йомғаҡлау урынына

...Инәй менән һөйләшә-һөйләшә өҫтәлдә ятҡан документтар, гәзит биттәре аҡтарабыҙ. Шул саҡ ҡулға башҡарылған түләүҙәр хаҡындағы документтар килеп эләгә: егерме мең һум, илле мең, йөҙ мең...

– Былар яугирҙәребеҙгә кәрәк-яраҡ алыу өсөн күсерелгән аҡсалар, ай һайын фронт өсөн өлөшөмдө индереп барам!

Инде бер тапҡыр фашисты тар-мар итеп ҡайтҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының был бөйөк эшен дә күреп һоҡламау мөмкин түгел. Әле лә сафта һымаҡ Валентина Ивановна, әле лә фашистар менән көрәштә булған яугир ҡатын! Был яҙмыш, был ҡылыҡ күптәргә тормош һәм уның мәғәнәһе хаҡында уйланырға этәрәлер, минеңсә...

Рәмил МАНСУРОВ.

Автор фотолары.

“БЕҘ ИЛДЕ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ҠЫҘҘАР ИНЕК!”
“БЕҘ ИЛДЕ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ҠЫҘҘАР ИНЕК!”
“БЕҘ ИЛДЕ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР ҠЫҘҘАР ИНЕК!”
Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас