Ашҡаҙар
-22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Апрель 2025, 15:51

Ябай ғына йырҙар түгел был

Дуҫтар, байрамдарыбыҙҙы сағыуыраҡ итәйек, сарала Еңеү ауаздары яңғыраһын. Барыбыҙҙы ла берләштергән ошо йырҙар ата-бабаларыбыҙ батырлығын хәтерләтһен һәм иҫтәлеген тергеҙһен.

Ябай ғына йырҙар түгел был
Ябай ғына йырҙар түгел был

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Еңеү йырҙары” флешмобына ҡушылыу идеяһы менән уртаҡлашты.

“Бөгөнгө көндә тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен аямағандарҙың хәтерен һаҡлау һәм киләһе быуынға тапшырыу айырыуса мөһим. Һуғыш йылдары йырҙары – ул ябай музыка ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың батырлығы һәм сыҙамлылығы тураһында тере тарих.

Башҡортостан халҡын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған флешмобҡа ҡушылырға саҡырам. Яратҡан хәрби йырығыҙҙың куплетын, үҙегеҙ теләгән урында – өйҙә, эштә, паркта яҙҙырып алығыҙ. Артабан социаль селтәрҙәрҙә #ЕңеүЙырҙары #ПесниПобеды хештегын ҡуйып, үҙегеҙ башҡарған йыр менән уртаҡлашығыҙ. Ә 9 майҙа уны ауылдарығыҙҙың үҙәк майҙандарында бергәләп йырларға тәҡдим итәм”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Дуҫтар, байрамдарыбыҙҙы сағыуыраҡ итәйек, сарала Еңеү ауаздары яңғыраһын. Барыбыҙҙы ла берләштергән ошо йырҙар ата-бабаларыбыҙ батырлығын хәтерләтһен һәм иҫтәлеген тергеҙһен.

Фото - видеонан скриншот.

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас