

Потенциаль резиденттарҙың инвестиция портфеле 264 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге менән 7,8 миллиард һум кимәлендә баһалана, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Әлеге ваҡытта резиденттар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансыҡтарында инженер һәм транспорт инфраструктураһын әҙерләү буйынса эштәр бара.
Яңыраҡ «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ZASPORT фабрикаһын асҡайнылар.
Башинформ.