Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
15 Июнь 2023, 11:30

«Башинформ»да «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәр төҙөлдө

Бөгөн «Башинформ» агентлығында республика өсөн мөһим ваҡиға булды — «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

«Башинформ»да «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәр төҙөлдө«Башинформ»да «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәр төҙөлдө
«Башинформ»да «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәр төҙөлдө

Башҡортостан 2022 йылдан «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнаша, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Уҙған йылдың 1 сентябрендә Өфө машиналар эшләү колледжында машиналар эшләү тармағы буйынса тәүге белем биреү-етештереү үҙәге (кластер) асылды. 2023 йылдың 1 сентябренә республикала тағы ете кластер асылырға тейеш.

Килешеүҙәр «Профессионалитет» күләмле проекты сиктәрендә республикала «педагогика» һәм «клиник һәм профилактик медицина» йүнәлештәре буйынса урта профессиональ белем биреү кластерҙарын булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Бөтәһее дүрт килешеү төҙөлдө. Атап әйткәндә, «Профилактик һәм клиник медицина өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге», «Педагогик компетенциялар үҙәге», «Педагогик белем биреү үҙәге», «Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмалары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» урта һөнәри белем биреү кластерын булдырыу һәм үҫтереү өсөн партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

«Тағы ла бер тапҡыр педагогтар берләшмәһен республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға — федераль гранттар конкурсында еңеү менән ҡотлайым. Килешеүҙәрҙең матди-техник базаны нығытыу, яңы лабораториялар асыу йәһәтенән старт биргән рәсми документ булыуы аңлашыла. 1 сентябрҙә конкурс һайлап алыуында ҡатнашып еңеү яулаған дүрт колледж студенттар өсөн үҙ ишектәрен асырға тейеш», — тине республиканың мәғариы һәм фән министры Айбулат Хажин.   

Башинформ.

Автор:
Читайте нас