Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
10 Июль 2023, 09:30

Радий Хәбиров «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын етәкләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Иннопром-2023» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. 

Радий Хәбиров «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын етәкләйРадий Хәбиров «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын етәкләй
Радий Хәбиров «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын етәкләй

Республика делегацияһы составында хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер –  сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, үҫеш институттары һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре.

Эшлекле программа сиктәрендә Радий Хәбиров эш осрашыуҙары үткәрә. «Иннопром» майҙансығындағы төп ваҡиғаларҙың береһе – 2022 йыл өсөн Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән ошо рейтингты етәкләне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас