

Республика етәксеһенең телеграм-каналынан билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында ужым бойҙайын, борсаҡ һәм ужым шипкәнен йыялар. Мең гектар майҙан сабылған. Ике мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Бөтәһе 1 миллион 760 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыу бурысы тора.
«Аграрийҙарыбыҙға уңыштар!» - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башинформ.