Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
18 Июль 2023, 12:59

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға орден һәм миҙалдар тапшырҙы

17 июлдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләне.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  орден һәм миҙалдар тапшырҙыРадий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  орден һәм миҙалдар тапшырҙы
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға орден һәм миҙалдар тапшырҙы

Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тантана Өфөлә тыуып үҫкән Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставаловтың тыуған көнөнә арналды. Башҡортостандың ирекле батальондарының береһе тап уның исемен йөрөтә.

— 14 июлдә Александр Доставалов исемендәге батальонға хәрби байраҡ тапшырыуыбыҙға бер йыл тулды. Республикабыҙҙан башҡа подразделениелар менән бергә ул йылдан ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ә бөгөн Александр Васильевич Доставаловҡа 60 йәш тулған булыр ине, — тине Радий Хәбиров. — Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға Тыуған илебеҙҙе яҡларға тигән ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Яҡын арала беҙ тағы бер тапҡыр подразделениеларыбыҙға, шул иҫәптән әлеге ваҡытта хәрби әҙерлек үткән «Башҡортостан» полкына өҫтәмә рәүештә ниндәй ярҙам күрһәтеү кәрәклеген асыҡларбыҙ.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас