

1. Хеҙмәт итмәгәндәр ҙә контракт төҙөй ала
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклем ир-егеттәрҙе алалар, әммә әгәр кеше һирәк осраған специальносҡа эйә булһа, 65 йәшкә тиклемгеләр менән килешеү төҙөйҙәр. Әгәр сроклы хеҙмәттә булмаһағыҙ, был ҡамасау түгел, ни бары юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә булыуығыҙ ғына талап ителә. Рядовой һәм прапорщиктар өсөн контракттың ваҡыты – алты айҙан алып, ә офицерҙарға өс йылдан биш йылғаса тип билдәләнә.
2. Республика үҙенең яугирҙарына өҫтәмә аҡса түләй
Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең барыһына ла яҡшы түләүҙәр ҡаралған. Беренсенән, эш хаҡы айына 204 мең һумдан башлана, уның эсенә 33 мең һум аҡсалата түләү, 4240 һум тәүлек түләме, хәрби дәрәжәгә ҡарап, айына ике оклад (40-70 мең һум) инә. Икенсенән, бер йылдан күберәк ваҡытҡа контракт төҙөһәң, 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Өсөнсөнән, айырым ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә аҡса ҡаралған: әүҙем һөжүм алып барған ваҡытта – һәр тәүлек өсөн 8 мең һум; штурм отрядтары составында һәр үткән километр өсөн – 50 мең һум, Leopard, Abrams, Challenger танкыларын, HIMARS атыу ҡорамалын алған өсөн – 1 миллион һум; уларҙы юҡ иткән өсөн – 500 мең һум һ.б. Дүртенсенән, республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Башҡортостандың ирекле батальондарында хеҙмәт иткән яугирҙарға 180 көн дауамындағы хеҙмәт өсөн 200 мең һум өҫтәмә аҡса түләнә.
3. Ун минутта ҡарар ҡабул итәләр
Контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында ғаризаны һайлап алыу пункты инструкторы ҡарай. Уның буйынса ҡарар ун минут эсендә сығарыла. Һайлап алыу пунктына ғариза яҙғандан алып хәрби часта контрактҡа ҡул ҡуйғанға тиклем, хәрби частың ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, яҡынса ике тәүлектән биш тәүлеккәсә ваҡыт үтә.
4. Күп кенә льготалар ҡаралған
Ҙур ғына суммалағы аҡсалата түләүҙәрҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бихисап федераль һәм республика льготалары ҡаралған. Мәҫәлән, хәрби-медицина учреждениеларында бушлай тикшерелеү, дауаланыу, реабилитация үтеү, кредит һәм һалым каникулдары, балаларға белем биреүгә льготалар (балалар баҡсаһынан сиратһыҙ урын алыу, балалар баҡсаһында, мәктәптә бушлай туҡланыу, бушлай дәрестән тыш шөғөлләнеү, колледжда бушлай белем алыу һ.б.), баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алыу мөмкинлеге, бушлай шифахана-ку-рорт дауаланыуы, йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында балаларҙы ял иттереү ҡаралған. Шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр кәм тигәндә алты айға бер тапҡыр ике аҙналыҡ түләүле ялға ҡайта, 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң хаҡлы ялға сыға ала, уларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм шуға ярашлы барлыҡ льготалар бирелә.
5. Бөтә мәғлүмәт бер урынға тупланған
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға 177 – берҙәм белешмә һандары буйынса яуап алырға мөмкин. Ситуация үҙәге белгестәренә – 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ бөтә мәғлүмәт башбат.рф махсус сайтында ла тупланған. Ул апрель аҙағында эшләй башланы. Сайтта кем контракт төҙөй ала, яугирҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған, айырым ҡаҙаныштар өсөн ниндәй өҫтәмәләр бар, ҡайҙа, нисек ғариза бирергә, ниндәй документтар кәрәк һ.б. һорауҙарға аныҡ яуаптар алып була. Ресурсты әлеге көнгә тиклем 60 мең самаһы кеше ҡараған.
«Мин Луганскиҙа булдым, балалар баҡсаһын һаҡланым. Бер көнө балалар майҙансығы янына ғына америка Himers килеп төштө. Унда «Бөтә яҡшы нәмә – балаларға» тип яҙылған ине. Бәхеткә күрә, шартламаны, брак ине. Балалар ныҡ йәл. Улар тыныслыҡ күргәне юҡ. Ниндәй ракета осоп килгәнен тауышын тыңлап билдәләй беләләр. Улар өсөн был ғәҙәти хәл кеүек, ә беҙгә – юҡ. Шуға күрә, фашист аҡтыҡтарын юҡ итеү өсөн фронтҡа барабыҙ».
Илгиз, Стәрлетамаҡ кешеһе.
«Мин – кадровый хәрби, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тәжрибәм бар, хәрби-патриотик үҙәктең етәксеһе булдым. Үҙем бында ҡалып, нисек итеп патриотизм тураһында һөйләйем, кешеләрҙе өндәйем һуң? Улай булмай...»
Рэдвал Неволин, кадровый хәрби, хәрби офицер һәм спецназ ветераны.
«МХО-ға барырға мине Украинала барған хәлдәр, нацистарҙың Луганск һәм Донецк республикаларындағы ҡанһыҙлығы мәжбүр итте. Шундай ауыр мәлдә Тыуған илде һаҡларға кәрәк. Һәр ир-егет һис икеләнмәйенсә барырға, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тейеш, тип уйлайым. Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре – тәү сиратта. Алғы һыҙыҡтан яралыларҙы алып киләләр. Минең бурыс – уларға тиҙ арала дөрөҫ итеп тәүге ярҙам күрһәтеү һәм медицина взводына оҙатыу».
Марат Хәбибуллин,
Сибай ҡалаһынан табип.
«Мин «Байконур»ҙа хеҙмәт иттем, демобилизацияланғас, үҙемдең ҙур булмаған эшемде астым. Көндәрҙән бер көндө, иртәнсәк уянғас, башымда шундай уй барлыҡҡа килде: мин унда кәрәгерәк. Беҙҙекеләрҙе ҡыйырһыталар икән, тимәк, ярҙам итергә кәрәк! Бик оҙаҡ – өс ай самаһы уйландым. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, эште туҡтатып торорға булдыҡ. Тәүгә Тыуған илгә хеҙмәт итәм, унан инде тыныс күңел менән йәшәйәсәкмен һәм эшләйәсәкмен».
Павел, 38 йәш.
«Бала саҡтан Тыуған ил һаҡсыһы булыу тураһында хыялландым, хатта көрәш секцияһына яҙылдым. Махсус хәрби операция башланғас, барырға ҡарар иттем. Ғаиләм башта был ҡарарымды хупламаны, әммә һуңынан: «Һин – беҙҙең герой», тине».
Эдуард, Шайморатов исемендәге батальон яугиры.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.