Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
16 Август 2023, 10:47

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс үтәсәк

16–18 августа Бөрйән районында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең 25-се юбилей конкурсының йомғаҡлау этабы үтәсәк. 

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс үтәсәк«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс үтәсәк
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс үтәсәк

Төбәк мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурс төбәк-ара сара статусын алды. Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙан тыш, конкурста Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән балалар бәйге тотасаҡ. 

Конкурс ике турҙа үтә:

1-се тур — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү; зона этаптары еңеүселәре һәм призёрҙары — балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша (57 кеше);

2-се тур — «Урал батыр» һәм башҡорт халҡының башҡа эпик риүәйәттәре буйынса инсценировкалар; 19 муниципаль райондан һәм 3 ҡала округынан 25 фольклор коллективы ҡатнаша.

18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-музей комплексында конкурсты ябыу тантанаһы, ярыш еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү сараһы үтә.

Конкурс барышы менән «Мир родного языка» /«Туған тел донъяһы» порталында танышырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас