"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә. Бөгөн Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы башланды. Әйтергә кәрәк, «Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.
https://amanat.su/news/novosti/2023-08-16/b-g-n-ural-batyr-eposyn-yattan-yl-sel-r-e-b-ry-n-ere-arshy-aldy-3390854