Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
21 Август 2023, 10:32

Яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе сәбәпле Башҡортостан аграрийҙарҙың сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡан

Башҡортостан вице-премьеры — республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә, яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе арҡаһында төбәк аграрийҙарының сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡан, тине.

Яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе сәбәпле Башҡортостан аграрийҙарҙың сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡанЯғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе сәбәпле Башҡортостан аграрийҙарҙың сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡан
Яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе сәбәпле Башҡортостан аграрийҙарҙың сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡан
«Бөгөн урып йыйыштырыу эштәренә, ужым сәсеүгә, баҫыуҙарҙы эшкәртеүгә 80 мең тонна тирәһе дизель яғыулығы талап ителә. Бер тонна йәйге яғыулыҡтың ваҡ күмәртә хаҡы 71,8 мең һумға тиклем күтәрелде. Июль башынан хаҡ 35 процентҡа йәки 18,5 мең һумға артты. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк», — тип аңлатты Илшат Фәзрахманов.

Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы министры, барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, былтырғы запастар менән бергә бөтә келәттәр ҙә тулы буласаҡ, тип тынысландырҙы.

«Мал аҙығы менән тәьмин итәсәкбеҙ һәм 2024 йылға яҡшы күрһәткестәр менән аяҡҡа баҫасаҡбыҙ», — ти Фәзрахманов.

Бынан алда Башҡортостанда бер йылда яғыулыҡҡа ваҡ күмәртә хаҡы 8 мең һумға тиклем күтәрелгәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-21/ya-yuly-a-ha-k-t-rele-e-ar-a-ynda-t-b-k-agrariy-aryny-sy-ymdary-s-milliard-um-a-tiklem-art-an-3396706

 

Автор:
Читайте нас