

65 мең кеше ҡатнашты
Ҡазан, Екатеринбург, Новосибирск ҡалалары, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, республиканың бихисап район-ҡалалары вәкилдәрен күрергә мөмкин ине был көндө. Әммә төрлө яҡтан килгән вәкилдәр фестивалдең ҡунағы ғына булып ҡалманы, ә төрлө сауҙа майҙансыҡтарында, оҫтаханаларҙа үҙҙәре лә ҡул эштәренән торған тауарҙарын һатты, оҫталыҡтары менән бүлеште. Фестиваль ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары йәмғеһе 65 меңдән ашыу булды.
Әйткәндәй, сара быйыл грант ярҙамында ойошторолдо. Былтыр фестиваль уңышлы үткәндән һуң проект Russian Event Awards 2022-нең туризм ваҡиғаһы өлкәһендә еңеп сығып, Гран-приға лайыҡ булды!
– Стәрлетамаҡта элек-электән сауҙагәрлек үҫешкән. Республикабыҙ-ҙың һәр район йәки ҡалаһының үҙенә генә хас билдәһе, үҙенсәлеге бар. Был үҙенсәлек урындағы эшмәкәрлек, шөғөл, мәҙәниәтте тәшкил итә. Әлегеләй фестивалдәр ҙә ошо үҙенсәлекте сағылдыра. Стәрлетамаҡ – боронғо сауҙагәрлек ҡалаһы. Бында әле ун һиҙегенсе быуатта уҡ, әлеге урында тоҙ пристаны булғанда ҙур сауҙа юлдары киҫешкән, килемле нөктә булған, – тип билдәләне Радий Фәрит улы фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндә. – Бөгөн иһә Стәрлетамаҡ ҡалаһы республикабыҙҙың сәнәғәт өлкәһендә алға киткән, иҡтисади яҡтан үҫешкән, яҡшы йолалары булған, яҡты, көслө ҡалаларының береһе! Артабан да үҙебеҙҙең яҡтан уның үҫешенә булыш-лыҡ итәсәкбеҙ!
Ә ярҙам, ысынында аныҡ күренә. Эшҡыуарлыҡҡа булған иғтибарҙы иҫәпкә алмағанда ғына ла, сауҙа өлкәһендә республикала үҙ хеҙмәт емешен һатыусыларға ярҙам ҙур. Атап әйткәндә, баҡсаларға юлдарҙы йүнәтеү, һыу сығанаҡтарын тәртипкә килтереү башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә быйыл 250 миллион һум бүленһә, артабанғы йылдарҙа был сумманы тағы ла арттырыу көтөлә. Ә күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн үҙенең грантын булдырҙы. Бынан тыш, урамдарҙа матур, уңайлы итеп урынлаштырылған кәштә-урындарҙа баҡсасылар яҡшы шарттарҙа үҙҙәренең продукцияларын һата ала. Баҡсасылыҡ осраҡлы телгә алынманы, әлеге фести-валь йәрминкәһендә лә бит башлыса үҙ тауарҙарын тәҡдим итеүселәр булды, шул иҫәптән баҡсаларында үҫтергән емеш-тән эшләгән һуттар менән һыйлаусылар ҙа. Әммә баҡсасыларҙың тормошо яҡшырыуы Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бында ғына сағылмай. Мәҫәлән, республика Башлығы ҡушыуы буйынса, ҡаланың Коммунистик урамында урынлашҡан 43-сө йорт янында булған өҫтәлдәргә өҫтәп тағы ла һигеҙ урын ҡуйылды. Ә ошо уҡ урамдың 35-се йорто һәм Суханов урамындағы 8-се йорт янына ла өҫтәлдәр ҡуйыу планлаштырыла. Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡта баҡсасылар өсөн йәмғеһе 11 сауҙа майҙансығы, шул иҫәптән 38 өҫтәл һәм 112 сауҙа урыны ҡуйылған. Бынан тыш, баҡсаларға юлдар яңыртыла, сүп контейнерҙары урынлаштырыла, ауырлыҡ менән булһа ла маршрут йөрөтөү мәсьәләһе хәл ителә.
Меценаттар тарихи ҡала булдыра
Республика Башлығы был көндө сәхнәнән фестивалде ойоштороуҙа ярҙам иткән, ғөмүмән, ҡала үҫешендә күп көс һалған меценаттарға наградалар ҙа тапшырып үтте. “Йыл меценаты” исеменә Башҡорт сода компанияһы, “ИнвестСтройЗаказчик”, “Стройиндустрия Олимп” төҙөлөш компаниялары, “Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы” йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе, “Глобал Фуд Өфө” йәмғиәте һәм Екатерина Фризен лайыҡ булды.
– Ҡалабыҙҙың үҫешендә һәммәбеҙ ҙә үҙ эшебеҙ, эшмәкәрлегебеҙ менән өлөш индерергә тырышабыҙ, уны матурыраҡ, сағыуыраҡ һәм таҙараҡ итеүҙә һәр кем үҙ урынында көс һала – был беҙҙе берҙәм итә лә инде, – тигән тәьҫораттары менән уртаҡлашып үтте бүләкләү тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булыусыларҙың береһе Екатерина Фризен.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов та ҡотлауҙарға ихлас ҡушылып, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ҡала халҡына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе:
– Бөгөнгө ваҡиғаны ҡала халҡы көтөп алды. Был ҡалала үткәрелгән, әммә, минеңсә, ил кимәлендәге ҙур сара. Стәрлетамаҡ бөгөн йәнә сауҙагәрлек мөхитенә солғанды. Фестивалдә ҡатнашырға бихисап оҫталар, сауҙа менән шөғөлләнеүселәр теләк белдерҙе, хатта башҡа төбәктәрҙән дә заявкалар килде һәм беҙ иң-иңдәрҙе һайлап алдыҡ. Бер генә мәлгә булһа ла ҡалабыҙға тарихи йөҙөн ҡайтарҙыҡ, – тип билдәләп үтте Рөстәм Фәрит улы.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтың нәҡ фестиваль үткән Салауат майҙаны ҡаланың тарихи өлөшө булып тора. Бында, ҡаланың Иҫке биҫтәһендә, ҡасандыр сауҙагәр Баязитов, Усмановтарҙың сауҙа рәттәре гөрләп торған. Тауар һатыу-һатып алыу өсөн хатта йөҙәр саҡырым йыраҡлыҡтан ат һәм һыу юлы менән килгәндәр. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: әлеге эре сауҙагәрҙәр алыш-биреш кенә ойоштороп ятмаған, ә биналар төҙөгән, мәсет һалдырған, белем биреү һымаҡ социаль мәсьәләләр менән дә шөғөлләнгән. Ғөмүмән, уларҙың эшмәкәрлеге ҡаланың йәшәйешенә бәйле булған. Ә был урындарҙа ҡасандыр ауылдар урынлашҡан булған.
Йәнә шуныһы ҡиммәт: сауҙагәрлек сәскә атҡан осорҙа һалынған биналар бөгөн дә йәшәй һәм улар тарихи ҡомартҡы булараҡ һаҡлана. Улар төрлө йылдарҙа төрлө социаль учреждениеға яраҡлаштырылып ҡулланылған булған, Башҡортостандың тәүге Хөкүмәте ҡасандыр ошо биналарҙа урынлашҡан. Әйткәндәй, Ринат Райманов, Ратмир Фәхриев һымаҡ төҙөүсе-эшҡыуар меценаттар ярҙамында ул биналар, майҙандар тарихи йөҙҙәре һаҡланып, реконструкциялана. Мәҫәлән, Ринат Райманов биналарҙы яңыртыуға күп көс һала:
– Партнерыбыҙ менән Иҫке ҡала биҫтәһендәге емерек хәлдәге элекке хәрби часть (Сауҙагәр Патрикеевтың килем йорто) бинаһын һатып алдыҡ, экспертиза үткәрҙек, бинаның таяу өлөштәренә капиталь реконструкция кәрәклеген аңланыҡ һәм дүрт йыл эсендә, уның төп ҡиммәтен – ҡыҙыл кирбестән һалынған фасадын һаҡлап, тулыһынса тергеҙҙек. Патрикеев йорто бөгөн – ул беҙҙе һәм беҙҙең вариҫтарыбыҙҙы әле бик күп йылдар һөйөндөрәсәк, функциональ яҡтан яңы, заманса бина. “Иҫке ҡала”ла яңыртыуҙар дауам итә, – тип фекере менән бүлешеп үтте Ринат Фаат улы. Ратмир Камил улы иһә бынан бер нисә йыл элек майҙандың юл түшәмен алыштырырға ярҙам итте.
Кескәй сауҙагәрҙәр
Әлбиттә, фестиваль күңел асыу, (тарихи стилдә булһа ла) сираттағы сауҙа урыны ғына түгел ине. Ойоштороусылар сараға етди маҡсаттар ҡорған. Беренсенән, бында байрам сиктәрендә махсус рәүештә балалар ҡатнашлығында сауҙа йәрминкәһе ойошторолдо. “Купец-молодец” тип аталған был йәрминкә лә шулай уҡ грант ярҙамында үтте. Унда илленән ашыу төрлө йәштәге бала башлыса үҙ ҡулдары менән эшләгән тауарҙар тәҡдим итте. Кемдер сәк-сәк бешереп алып килһә, кемдер үҙе юнып эшләгән ағас һындар һатты. Тәмлекәстәр, муйынсаҡтар, һуттар, уйынсыҡтар… Ниндәй генә тауарҙары юҡ ине кескәй сауҙагәрҙәрҙең!
Майҙансыҡты ойоштороусыларҙың береһе Евгения Долгих билдәләүенсә, бында балаларға һатыу мөмкинселеге биреүҙән тыш, уларҙы ғөмүмән сауҙа эшенә, бюджет менән эш итергә, финанс белемгә өйрәтеү бурысы тора.
– Беҙҙең өсөн йәрминкә сара көнөнән күпкә алдан башланды, әҙерлекте генә күҙ уңында тотмайым. Йәрминкә сиктәрендә балалар башта имтихан нигеҙендә һайлап алынды, артабан йәрминкәлә һатырға хоҡуҡ алғандар ике аҙна дауамында бизнес өлкәһендә төрлө спикерҙар менән осрашып, тәжрибә тупланы, үҙ тауарын рекламаларға, бренд булдырырға, һатып алыусылар менән эш итергә, аралашырға өйрәнде, артабан инде ошо белемдәрен ҡулланып, фестиваль ҡунаҡтарына тауарҙарын тәҡдим итте.
Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә: бында балалар үҙ тауарҙарын тәҡдим итте, тимәк, ҡул эштә-рен башҡарыуҙа оҫталыҡ, үҙ эшең өсөн яуаплылыҡ тойорға ла өйрәнде, –тине Евгения Александровна.
“Йәрминкәлә берҙән-бер ҡарбуҙ һуты, килегеҙ, алығыҙ!” тип тауарын маҡтап торған Константин Мазин, мәҫәлән, йәрминкә сиктәрендә үткән тәжрибә туплау тренингында әҙер тауарҙан нисек аҡса эшләү юлын өйрәнгән:
– Күп уйлап торманым, ҡарбуҙ һатып алдым да уны бүлеп, пластмасса стакандарға тултырып һатырға ҡуйҙым. Бына ҡарбуз һәм стакандар хаҡын ҡайтарҙым да инде, – тип үҙенең сауҙа барышы менән таныштырып үтте ул.
Хеҙмәт кешеһенә – хөрмәт
Ҡунаҡтарҙың иғтибарын оҫтаханалар ҙа йәлеп итмәй ҡалманы. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты әҙерләгән майҙансыҡта икмәктең нисек үҫкәнен күрмәгән, ауыл хужалығын китаптан ғына өйрәнгән ҡала балалары үҙ ҡулдары менән иген башағын тотоп ҡараны, икмәк бешереү технологияларын өйрәнде, атап әйткәндә, икмәкте әҙерләүҙе башынан алып өҫтәлгә килеп ятҡансы ниндәй юл үткәненә шаһит булды. Ғөмүмән, йәш быуында икмәккә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә майҙансыҡта үҙенә күрә бер эш башҡарылды.
Хеҙмәт тигәндән, теҙелеп киткән тимерлектәр ҙә шау-гөр килеп торҙо. Унда иһә теләгән һәр кем үҙен тимерсе ролендә һынап ҡарай алды. Оҫталар төрлө эш ҡоралы сүкергә өйрәтте.
– Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты, һәнәкте күргән юҡ ине, бөгөн уны нисек эшләйҙәр, уның ярҙамында ниндәй эштәр атҡарырға була икәнлеген белдем. Бик ҡыҙыҡ һөнәр тимерсе һөнәре, үҙеңдең тауарыңды һатырға ла була, сөнки эш ҡоралы һәр саҡ кәрәк, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашып үтте Арыҫлан Моратов исемле “йәш тимерсе”.
Ғөмүмән, фестиваль халыҡта тарихҡа һаҡсыллыҡ уятҡан, сауҙагәрлек серҙәрен асҡан, ябай хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт булдырған майҙандарҙан торҙо. Ә инде кешеләрҙең ошондай матур байрамда бер-береһе менән күрешеп, аралашыуы, дуҫлашыуы – үҙе бер ҡиммәт! Сарала Радий Хәбиров белдергәнсә, республикабыҙҙың туристик әһәмиәтен арттырыусы, урындағы муниципалитеттың үҙенсәлеген билдәләүсе фестиваль алдағы йылдарҙа тағы ла киңерәк ҡолас ташлап уҙғарылырға хоҡуҡлы!
Һүҙ – ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға:
Артем ПЕТРУСОВ, фестивалдә ҡатнашыусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Бөгөн беҙ ғаиләбеҙ менән бергәләп әҙерләгән тәмлекәстәр һатабыҙ, лоторея ойошторҙоҡ һәм кемдер аҡсалата приз да отто. Әлбиттә, сарала аҡса эшләү өсөн ҡатнашмайбыҙ, бөгөн беҙгә шул тиклем күп һәм йыраҡтан килгән ҡунаҡтар менән аралашыу мөһимерәк, ҡыҙығыраҡ. Уларҙың Стәрлетамаҡ ҡалаһы тураһында яҡшы фекерҙә булыуҙары, һоҡланыуҙары ғорурлыҡ уята.
Галина КИРИЛЛОВА, Волга буйынан килеүсе ҡунаҡ:
– Йыраҡтан ҡунаҡҡа килдек, был фестивалдән тик яҡшы хәтирәләр генә алып ҡайтырға теләйем. Башҡортостанда ҡунаҡсыл халыҡ йәшәгәнен беләм. Бөгөн был сифатығыҙҙы йәнә бер тапҡыр иҫбатланығыҙ. Башҡорт балын бик маҡтайҙар, шуға мотлаҡ һатып алдым. Ҡайтҡас тәмле итеп сәй эсербеҙ тип уйлайым.
Раушания ЙОМАҒУЖИНА, фестиваль ҡунағы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Ҡалабыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә ғорурланып йөрөйөм бөгөн! Ниндәй ҙур масштабта, шул тиклем бай программа, тарихҡа сәйәхәт нигеҙендә, төрлө майҙансыҡтар менән шәп фестиваль үткәрелә. Ошо йәһәттән сараны ойоштороусыларға афарин тип, рәхмәттәр әйтке килә.
Бөгөн, минеңсә, Стәрлетамаҡ йәнә бер тапҡыр бөтө илгә яңғыраны. Фестиваль ҡалабыҙ брендына әйләнеп китеренә шик юҡ. Ошондай ҡунаҡсыл, берҙәм, тырыш халыҡ йәшәгән ҡаланы төйәк итеүем менән бәхетлемен.
Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.
Фотолар шулай уҡ Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.