Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
25 Август 2023, 13:08

Андрей Назаров спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә «Евразиадаға ҡаршы» милли һәм олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы асыу тантанаһында республика спорт мәктәптәре етәкселерәне «ГАЗель» машинаһы асҡыстары тапшырылды.

Андрей Назаров спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырҙыАндрей Назаров спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырҙы
Андрей Назаров спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырҙы

Уҡыу йорттарына автобустар «Спорт - норма жизни» проекты буйынса һатып алынды, тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Бындай бәхет Өфөнөң 34-се спорт мәктәбенә, Башҡортостандың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенә, Салауат һәм Иглин райондарының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренә, шулай уҡ республиканың байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы мәктәбенә йылмайҙы.

Андрей Назаров Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырҙы. Евразия халыҡтары ассамблеяһы генераль секретаре һәм Бөтә донъя билбау көрәше ассоциацияһы президенты Әзизбәк Ғәниев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секретариат етәксеһе Светлана Смирнова республика хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-08-25/bash-ortostan-premier-ministry-andrey-nazarov-sport-m-kt-pt-re-direktor-aryna-avtobus-as-ystary-tapshyr-y-3405119

 

 

Андрей Назаров спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырҙы
Андрей Назаров спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырҙы
Автор:
Читайте нас