Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
28 Август 2023, 12:15

Башҡортостандан беренсе олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов ваҡытһыҙ вафат булған

Башҡортостандан фехтование буйынса беренсе олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов 58-се йәшендә донъя ҡуйған. Ҡайғылы хәбәрҙе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостандан беренсе олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов ваҡытһыҙ вафат булғанБашҡортостандан беренсе олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов ваҡытһыҙ вафат булған
Башҡортостандан беренсе олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов ваҡытһыҙ вафат булған

Әнүәр Ибраһимов 1988 йылда Сеулда рапирала команда ярыштарында Олимпиада чемпионы титулына лайыҡ булған. Үҙенең карьераһында спортсы СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы исемдәрен алған. 2004 йылда уның тәрбиәләнеүселәре Реналь Ғәниев һәм Руслан Нәсибуллин Афинала уҙған олимпия уйындарында бронза миҙалдар яуланы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Башҡортостандың спорт министрлығы һәм республиканың барлыҡ спорт берләшмәһе мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-08-28/bash-ortostandan-berense-olimpiya-chempiony-n-r-ibra-imov-va-yt-y-vafat-bul-an-3409132

 

Автор:
Читайте нас