Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Сентябрь 2023, 10:09

Радий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны

«Башнефть» — илебеҙ өсөн стратегик яҡтан мөһим булған компанияларҙың береһе. Бында 35 меңдән ашыу беренсе класлы, намыҫлы һәм үҙ эшенә тоғро белгестәр эшләй, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта. Сара Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.

Радий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаныРадий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны
Радий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны
«Башҡортостандың үҫеш тарихы «Башнефт»тең үҫеш этаптары менән бәйле. Уның менән бергә ҡатмарлы үҫеш юлы үткән компания ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. «Башнефть» республиканың төп финанс партнеры ла булып тора, өҫтәүенә компания Башҡортостандың ғилми-технологик үҫешенә тос өлөш индерә», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе «Башнефть» компанияһының хәйриә эшмәкәрлегенә айырым туҡталды һәм Башҡортостан ҡалалары, райондары хаҡында хәстәрлек күреүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Һуңғы өс йылда ғына Башҡортостан нефтселәре хәйриә проекттарына 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. 47 район-ҡалала 140-тан ашыу проект ғәмәлгә ашырылған, тиҫтәләгән ҙур социаль инфраструктура объекттары асылған.

«Кушнаренко һәм Тәтешле райондарында ике яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа килде. Өфөлә «Һөйөклө сабыйым» абилитация үҙәге төҙөкләндерелде, үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеү өсөн республикала берҙән-бер нейростудия булдырылды», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Белем көнөндә Башҡортостанда «Башнефть» ярҙамында төҙөлгән ике мәктәп асылды. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында 140 урынлыҡ интернат менән 550 уҡыусыға иҫәпләнгән полилингваль күп профилле мәктәп һәм Әлшәй районының Раевка ауылында 375 урынлыҡ мәктәп.

Башҡортостан Башлығы компанияның барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ һәм яңы уңыштар теләп, республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының генераль директоры Андрей Лазеев та коллегаларын һөнәри байрамы менән ҡотланы. Тантаналы сара байрам концерты менән тамамланды.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-09-01/radiy-h-birov-neft-m-gaz-s-n-te-he-m-tk-r-re-k-n-n-arnal-an-tantanaly-yyyylyshta-sy-ysh-ya-any-3416302

 

Автор:
Читайте нас