

Кредиттың максималь суммаһы – 6 миллион һум. Программала ҡатнашыусылар республика биләмәһендә төҙөлөп ятҡан йорттан йәки әҙер фатир, шулай уҡ йорт һатып алыу өсөн ипотека кредитын алырға хоҡуҡлы. Аҡсаны подряд килешеүе буйынса өй һалыу йәки ошондай төҙөлөшкә участка һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин.
Башҡортостанда теркәлгән һәм аккредитацияланған ИТ-компанияла эшләп йөрөгән 50 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары льготалы ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә була.
Бынан тыш, 1 сентябрҙән Рәсәйҙә ИТ-белгестәр өсөн ипотека займдары шарттарын йомшартылды. Хәҙер 36 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәр минималь эш хаҡын раҫларға тейеш түгел.