Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
7 Сентябрь 2023, 10:19

Күмертау мәктәп-интернатында Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Беренсе Президент Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында йырсы Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Кисә уҙған таҡтаташты асыу тантанаһы күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 50 йыл тулыуға арналды.

Күмертау мәктәп-интернатында Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ асылдыКүмертау мәктәп-интернатында Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ асылды
Күмертау мәктәп-интернатында Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Сарала уҡыусыларҙан тыш, Мәскәүҙең «Наш Шатунов» фан-клубы ағзалары, шулай уҡ йырсының дуҫтары һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты, тип хәбәр ителә гимназияның «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә.

1982-1984 йылдарҙа Юрий Шатунов Күмертау мәктәбендә белем алған. Ул саҡта уҡыу йорто Ю.А. Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернат тип йөрөтөлгән. Гимназияға таҡтаташ ҡуйыу идеяһын Мәскәү фанаттары тәҡдим иткән. Артистың һүрәте төшөрөлгән мемориаль таҡтаташты Новосибирскиҙа эшләгәндәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек «Башинформ» Күмертауҙа, Юрий Шатуновтың тыуған яғында, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының музыка кабинетына йырсының исемен биреүҙәрен хәбәр иткәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-09-07/k-mertau-y-m-kt-p-internatynda-yuriy-shatunov-a-memorial-ta-tatash-asyldy-3423576

 

Күмертау мәктәп-интернатында Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ асылды
Күмертау мәктәп-интернатында Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ асылды
Автор:
Читайте нас