

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәгесә: «Берҙәм Рәсәй» — 1 063 631, КПРФ — 180 696, ЛДПР — 119 373, «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар — Хәҡиҡәт өсөн» — 114 056, «Яңы кешеләр» — 52 688.
«Берҙәм Рәсәй» — 41, КПРФ — 6, ЛДПР һәм «Ғәҙел рәсәйҙәр» 4-әр мандат алды.
Парламентҡа үткән депутаттарҙың тулы исемлеге менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тапшырған документта танышырға мөмкин.
Башҡортостан Ҡоролтайының яңы составының тәүге ултырышы 5 октябрҙә үтә. Ошо хаҡта тулыраҡ агентлыҡ лонгридында уҡығыҙ.