

“Башҡортостанға килгән туристар ҡыҙыҡлы геология объекттары менән дә танышырға теләй. Беҙ йәшмә бүлмәһе тигән проект башланыҡ. Республика йәшмә ятҡылыҡтарына бай, был таштан әйберҙәр яһала. Гәрәбә бүлмәһе бөтә донъяға танылған. Беҙ ҙә уға оҡшатырға теләйбеҙ. Проектты киләһе йылда башлайбыҙ. Бүләмәләге мозаика картиналары йәшмәнән була. Евразия күсмә цивилизациялар музейында ла йәшмә күргәҙмәһе ойоштороу ниәте бар”, тине Радий Хәбиров.