

20 сентябрҙә Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Геовызов»беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Башҡортостан Башлығы геологик белем биреүҙең мөһимлеген билдәләне һәм чемпионатта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
– Һеҙ уҡыу һәм, моғайын, киләсәк эш өсөн бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш һайлағанһығыҙ. Геология - илебеҙ өсөн бик яҡшы һөнәр, биләмәлә ҙур тәбиғәт байлыҡтары һаҡлана. Уларҙы ҡулланыуға бик һаҡсыл ҡарарға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Мәҫәлән, Башҡортостан территорияһында «Янғантау» геопаркы урынлашҡан, ул БДБ-ла беренсе булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды. Чемпионат сиктәрендә республикабыҙ буйлап экскурсиялар планлаштырылған. Шуға күрә һеҙгә ваҡытығыҙҙы күңелле һәм файҙалы үткәреүегеҙҙе, чемпионатта лайыҡлы сығыш яһауығыҙҙы теләйем. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!