Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
3 Октябрь 2023, 07:40

11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиада үтә

11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы «УМАЙ» этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма менән берлектә башҡорт теленән олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиада үтә11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиада үтә
11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиада үтә

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән.

Башланғыс кимәл - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар.

Ҡатнашыу өсөн:

  1. 11-15 октябрҙә олимпиаданың сайтына http://basholimpiada.ru/ инергә;
  2. Теркәлергә, олимпиадала теркәлгән ҡулланыусылар ғына ҡатнаша ала;
  3. Өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә;
  4. Тесты үткәс, йыйылған балдар менән сертификат алырға.

Олимпиаданан һуң сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыла. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник аспекттары йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар килеп тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Телефон: 7(3472) 46-58-24.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-10-02/11-15-oktyabr-bash-ort-telen-n-olimpiadala-atnashyr-a-sa-yralar-3462164

 

Автор:
Читайте нас