Ашҡаҙар
+17 °С
Ясно
Республика һулышы
4 Октября 2023, 10:13

Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Башҡортостанда 2021-2022 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булдыШәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Бына улар:

Кристина Андрианова — «Триста сарматов», «Пятьдесят пять историй одного толмача» шиғри йыйынтыҡтары һәм нәфис тәржемәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн;

Лиана Мкртчян, Резеда Таһирова — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Минең Ватаным — минең ерем» ижади проекты өсөн;

Илнур Хәйруллин — башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премиялары буйынса комиссия составына үҙгәрештәр индерелгәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-10-04/bash-ortostanda-sh-yehzada-babich-isemend-ge-premiya-laureattary-bild-le-buldy-3464866

 

Автор:
Читайте нас