

Инвестор объектты төҙөү өсөн 141 миллион һум аҡса һалырға әҙер булыуы көтөлә. Антон Тарасов билдәләүенсә, завод 30-ға яҡын эш урыны булдырырға, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә һәм райондың иҡтисади үҫешен нығытырға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Ҡаҙағстан инвесторының Башҡортостанда вагон эшләү заводын төҙөргә йыйыныуы тураһында ла хәбәр иткәйне.