

Шул уҡ көндө Башҡортостанға Беларусь премьер-министры Роман Головченко килә. Иртәгә «Амкодор»ҙы асыу планлаштырыла, шулай уҡ тағы бер машина эшләү производствоһына старт бирелә, тип билдәләне республика етәксеһе.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Абхазия президенты Аслан Бжанияның Башҡортостанға сәфәре тураһында хәбәр итте. Ул да Республика көнөнә арналған сараларҙа ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы абруйлы ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡабул итергә ҡушты.