Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
10 Октябрь 2023, 10:54

Башҡортостанға Беларусь премьер-министры Роман Головченко килде

Өфөгә рәсми сәфәр менән Беларусь премьер-министры Роман Головченко килде. Аэропортта уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанға Беларусь премьер-министры Роман Головченко килдеБашҡортостанға Беларусь премьер-министры Роман Головченко килде
Башҡортостанға Беларусь премьер-министры Роман Головченко килде

Роман Головченко Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Александр Новак һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров менән бергә иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса «Амкодор-Ағиҙел» заводын асыу тантанаһында ҡатнаша, шулай уҡ Белоруссияның «Амкодор» холдингының яңы производствоһы төҙөлөшөнә старт бирә.

Бынан тыш, Беларусь премьер-министрының программаһында – Өфө трамвай-троллейбус заводына барыу һәм Башҡортостан муниципалитеттарына коммуналь техника тапшырыу. Сәфәр барышында төбәктең сәнәғәт проекттары менән дә таныштырыу планлаштырыла. 11 октябрҙә Роман Головченко Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-10-10/bash-ortostan-a-belarus-premier-ministry-roman-golovchenko-kilde-3473660

 

Автор:
Читайте нас