

Ни өсөн йылы ебәреүҙең аныҡ көнө билдәләнмәй?
Сөнки йыл һайын көҙөн һауа торошо төрлөсә була. Быйылғы көҙ айырыуса йылы килде, шуға күрә иртә менән йылы биреүгә мохтажлыҡ та булманы. Шул уҡ ваҡытта республика биләмәләрендә, айырыуса таулы райондарҙа, һауа торошо ныҡ айырыла, шуға күрә йылытыу миҙгелен ҡасан башлауҙы ҡала һәм район хакимиәттәре үҙаллы хәл итә. Законға ярашлы, һауа температураһы биш көн рәттән уртаса алғанда +8 градустан артмаһа, йорттар йылытыла башларға тейеш.
Һыуыҡтар башланыуын көтмәҫкә мөмкинме?
Әгәр йортта йәшәүселәрҙең күпселеге йылылыҡ биреү яҡлы булһа, быға бер кем дә ҡаршы төшмәйәсәк. Бының өсөн йыйылыш уҙғарып, идарасы компанияға ғариза бирергә кәрәк. Әгәр йорт әҙер булһа, йылы бирәсәктәр. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, октябрь башына Башҡортостанда йылылыҡты алдан ебәреү хоҡуғы менән 766 йортта йәшәүселәр файҙаланған. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: йылытыу миҙгелен ни тиклем иртәрәк башлаһағыҙ, шул тиклем күберәк түләйәсәкһегеҙ. Күпме тотонаһың, шунса түләргә кәрәклекте һәр кем аңлайҙыр.
Йылылыҡ бирҙеләр, ә батареялар һалҡын
Ундай хәл булыуы ихтимал, тик коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен әрләргә ашыҡмағыҙ. Беренсенән, иң тәүҙә йылылыҡты социаль объекттарға – мәктәп, дауахана, балалар баҡсаларына бирәләр, унан инде – торлаҡ йорттарға. Икенсенән, йылыны ебәргәндән алып батареялар тулыһынса йылынғанға тиклем бер нисә көн ваҡыт үтә. Белгестәр быны йылылыҡ селтәренең бик киң тармаҡлы булыуы менән аңлата.
Әгәр һеҙҙең фатирҙағы батареялар ғына һалҡын булһа, торбаларҙы һауа тығынынан азат итегеҙ. Быны һәр кем үҙаллы ла эшләй ала: радиаторҙағы кранды ипләп кенә асырға һәм, һауаны сығарып, һыу аға башлағанын көтөргә кәрәк. Әммә төрлө күңелһеҙ осраҡтарға тарымаҫ, мәҫәлән, фатирҙа эҫе һыу фонтаны яһамаҫ өсөн белгес саҡыртыу яҡшыраҡ. Айырыуса өҫкө ҡаттарҙа йәшәгәндәр һауа тығындарына иғтибарлы булырға тейеш. Һеҙҙең арҡала күршеләрегеҙҙең фатиры һыуыҡ булыуы ихтимал.
Фатирҙа температура күпме булырға тейеш?
Был айырым ҡағиҙәләр һәм нормалар менән билдәләнә. Уларға ярашлы, йылытыу миҙгелендә фатирҙағы минималь һауа температураһы +20 градус кимәлендә булырға тейеш, ә мөйөштәге фатирҙарҙа 22 градус йылы булыуы шарт.
Шулай уҡ, законға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында йылылыҡты һүндереп тороуҙары ла ихтимал, әммә был ваҡыт айына 24 сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Фатирҙа һауа:
+12 градус һәм шунан юғарыраҡ булһа, бер ыңғайҙан 16 сәғәттән ашыу,
+10...+12 градус тәшкил итһә, 8 сәғәттән ашыу,
+8...+10 градуста 4 сәғәттән ашыу ваҡытҡа йылылыҡты һүндереү тыйыла.
Өйҙәге температура өсөн кем яуап бирә?
Коммуналь хеҙмәттәр тураһында һөйләгәндә йылылыҡ торбаһының ҡайһы өлөшөнә кем яуаплы булыуын белергә тейешбеҙ. Шулай итеп, дөйөм йорттоң иҫәпләгесенә тиклем килгән йылылыҡ өсөн ресурс менән тәьмин иткән ойошма яуаплы. Башҡортостанда йылылыҡ биреү менән шөғөлләнгән эре компаниялар иҫәбенә БашРТС һәм “УИС” муниципаль унитар предприятиеһы инә. Урамдағы торбаларҙағы төҙөкһөҙлөктәр, авариялар – улар иңендә. Ә бына йорт эсендәге барлыҡ эштәр – дөйөм йорт иҫәпләгесенән фатирҙағы батареяларға тиклем – идарасы компания яуаплылығында. Ул фатирҙа тейешле кимәлдәге йылылыҡтың булыуын, иҫәпләгестәрҙең дөрөҫ эшләүен контролдә тоторға бурыслы.
Тарифтар нисек үҙгәрҙе?
Быйыл йылылыҡ өсөн тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡалды, йәғни элеккесә түләйбеҙ. Әммә квитанцияларҙағы суммалар төрлө булыуы бар, сөнки был да һауа торошона бәйле. Урамда ни тиклем һыуығыраҡ булһа, йортто йылытыу өсөн шул тиклем күберәк энергия сарыф ителәсәк, шуға ярашлы түләү ҙә күберәк буласаҡ. Шулай уҡ сумманың артыуына башҡа сәбәптәр ҙә тәьҫир итә. Мәҫәлән, подъездағы асыҡ ишектәр, тәҙрәләр, стеналағы ярыҡтар барыһы ла йылылыҡты күберәк сарыф итеүгә килтерә. Ни тиклем күберәк тотонабыҙ – шул тиклем күберәк түләйбеҙ.
Йылы бирмәнеләр, ә сентябрь өсөн түләргә ҡушалар
Күптәребеҙ йылылыҡ өсөн тәүге иҫәпте ноябрҙә аласаҡ (октябрь өсөн). Әммә һеҙ йәшәгән йортта дөйөм иҫәпләгес булмаһа, нормативҡа ярашлы теүәл һигеҙ ай – сентябрҙән апрелгәсә түләргә тейешһегеҙ. Шуға күрә иҫәпләгесе булмаған йорттарҙа йәшәүселәргә ошо айҙа уҡ йылылыҡ өсөн түләү квитанцияһы киләсәк.
Дәүләт ярҙамынан тыш булмай
Әгәр айлыҡ килемегеҙ ҙур булмаһа һәм йылылыҡ өсөн түләү бюджетығыҙҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшөн “ашаһа”, дәүләт ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Ғаиләнең килемен иҫәпләп, коммуналь түләүҙәргә күпме аҡса китеүен билдәләгеҙ. Әгәр түбәндәге күрһәткестәрҙән күберәк килеп сыҡһа, һеҙгә субсидия түләнәсәк:
күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә – 13 проценттан;
60 йәштән оло яңғыҙ ир-егеттәргә һәм 55 йәште үткән яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға – 18 проценттан;
70 йәштән олораҡ яңғыҙ граждандарға – 16 процент;
башҡаларға 20 процент.
Субсидияның күләме килемгә, фатирҙың ҙурлығына һәм башҡа факторҙарға бәйле. Ғаризаны социаль яҡлау идаралығында йәки үҙегеҙгә ҡулай күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.
Шулай уҡ дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, инвалидтарға, ин- валид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, “чернобылсе”ләргә, тыл хеҙмәтсән-дәренә, хеҙмәт ветерандарына, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам саралары булдырылған. Уны ла күп функциялы үҙәктәр аша юлларға мөмкин.
Йылылыҡҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә
+7 (347) 294-94-00 – Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты.
8 (800) 250-52-80 – «УИС» муниципаль унитар предприятиеһы.
8 (800) 755-08-09 – «Башҡортостан Республикаһының Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге», дүшәмбенән шәмбегәсә – 8.00-20.00 сәғәттәрҙә, йәкшәмбе – ял көнө (БашРТС клиенттары өсөн).