

Республика — илдең 2023 йылдың 1 ғинуарынан иҡтисадтың реаль секторы хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь эш хаҡы федераль минимумдан 5,7% юғарыраҡ күләмдә билдәләнгән бер нисә төбәге араһында.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан тәүге тапҡыр хеҙмәт баҙарының федераль рейтингында 10 лидер иҫәбенә инде. Бынан тыш, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән федераль сараларҙы йәлеп итеү йәһәтенән өс төбәк араһында республикабыҙ ҙа бар. Әйтәйек, 2020-2023 йылдарҙа 2377 эш биреүсегә 2 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Был 40 меңдән ашыу граждандың мәшғүллеген һаҡлап ҡалырға һәм эшкә урынлаштырырға мөмкинлек биргән.