

Социаль үҙәк тә ул!
Мәҫәлән, һуңғы биш йылда бында ике мәктәп, өс балалар баҡсаһы, ядро медицинаһы үҙәге асылды, бынан тыш, ҡаланың 1-се гимназияһы реконструкциялана. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт урындары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай: Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары яр буйы заманса үҙгәртелеп ҡорола.
Һәр социаль объект ҡала үҫешендә мөһим роль уйнай. Әйтәйек, яңы сафҡа ингән 9-сы мәктәп Стәрлетамаҡтың алыҫ биҫтәһе – Шахтау ҡасабаһы балаларына белем биреү мәктәбе генә түгел, ҡасабының социаль-мәҙәни үҙәге ролен дә башҡара. Бында биҫтәләге 300-ҙән ашыу бала белем ала.
Ҡалала, яңы мәктәптәр һалыу менән бер рәттән, буш торған биналарҙы үҙгәртеп ҡороу юлы менән дә белем усаҡтарын киңәйтәләр. Мәҫәлән, республикаға уҡыусыларының һәм педагогик коллективтың уңыштары менән киң билдәле булған 1-се гимназия өсөн элекке шифахана бинаһы реконструкциялана. Үҙгәртеп ҡороу эштәре “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә атҡарыла.
Унда башланғыс кластарҙы тәшкил иткән 700 бала белем аласаҡ. Әйткәндәй, эш барышы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килеп танышып китте. Республика етәксеһе етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һәм объектты ваҡытында сафҡа индерергә ҡушҡайны. Объектты 2024 йылда тапшырыу планлаштырылған.
Ике йылға яры
Һуңғы биш йыллыҡта ҡаланы төҙөкләндереү эштәре лә йылдам бара. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ярын яңырталар. Әйткәндәй, был проект башлыса федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. Әлеге йәһәттән төбәк етәкселегенең республикаға төҙөкләндереүгә бюджет йәлеп итеү һәләтенә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә ике йылға ярын да өлөшләтә төҙөкләндерҙеләр. Әйткәйек, Ашҡаҙар йылғаһы буйында заманса пляж, байҡау урындары барлыҡҡа килһә, Стәрле ярында иһә балалар өсөн майҙансыҡтар, спорт майҙансыҡтары, ял зоналары, фотоға төшөү, онлайн сәйәхәт урыны һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылған, йылға тәрәнәйтелде. Әле яр буйынса артабан 23 май урамына тиклем төҙөкләндереү дауам итә.
Яман шеште алдан асыҡлап була
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә, Стәрлетамаҡта яман шеш ауырыуы менән көрәштә медицинала ла алға ҙур аҙым яһалды тиһәң була – бында бер йыл элек ядро медицина үҙәге эшләй башланы. Уның эшенә стартты Радий Хәбиров үҙе бирҙе.
“Был Башҡортостан биләмәһендә икенсе ПЭТ-үҙәк. Ул онкологияны асыҡлау һәм ваҡытында дауалау өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, – тине Радий Фәрит улы. – Элек бөтә пациенттар ҙа бындай тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн Өфөгә килергә мәжбүр ине. Ә хәҙер Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә заманса диагностика комплексы барлыҡҡа килде”.
Позитрон-эмиссия томография үҙәге өр-яңы технологиялар ярҙамында яман шеште алдан асыҡларға һәм яман шешкә ҡаршы көрәш тактикаһын һайларға мөмкинлек бирә. Үҙәк дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә эшләй башланы.
83 класс уҡый
Мәғариф темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һуңғы биш йылда өс балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡты. Уларҙың икеһе 290 бала өсөн тәғәйенләнһә, береһендә бер юлы 260 баланы тәрбиәләйҙәр.
Был өлкәлә яңы асылған объекттар араһында (“Башҡортостандың йөҙ йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә) Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе айырыуса иғтибарға лайыҡ – ул республикала майҙаны буйынса иң ҙур мәктәп булып тора. Унда әлеге ваҡытта 2,5 меңгә яҡын бала белем ала.
“Төрлө йүнәлештә эш алып барабыҙ – төрлө телдәр уҡытыу, ватансылыҡ тәрбиәһе, яңы технологияларҙы өйрәнеү, профилле кластар – былар барыһы ла беҙҙең мәктәп тураһында”, – тип һөйләй белем усағы директоры Оксана Самойлова.
Бөгөнгө көндә учреждение рес-публикалағы һуңғы йылдарҙа асылған полилингваль һигеҙ мәктәптең береһе булып тора. 83 кластың 29-ы күп телдәрҙе үҙләштерһә, биш класс Рәсәй гвардияһы класы профилендә эшләй. Быйылдан башлап бында Шайморатов класы асылды, Юнармия хәрәкәте лә әүҙем. Мәктәп ҡаланың яңы биҫтәләрендә ҡалҡып сыҡҡан йорттарҙа йәшәүсе балаларҙың бар-лыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
...Бер нисә йыл эсендә генә эшләй башлаған был социаль объекттар республика, ҡала үҫешендә күп йылдар буйы роль уйнаясаҡ, сөнки һәммәһе лә мөһим урында, мөһим йүнәлештә барлыҡҡа килде.
Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.