

Шулай итеп, беҙҙең республика Рәсәйҙә Беларусь менән миллиардлы тауар әйләнешенә өлгәшкән етенсе төбәк булыуы мөмкин. Белоруссияның Рәсәйҙәге илсеһе Дмитрий Крутой «Беларусь-1» телеканалына интервьюһында ошо турала белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл Белоруссияның Башҡортостан менән тауар әйләнешенең 500 миллион долларға етеүе көтөлә, ә республикаға экспорт һандарын әле үк башҡа илдәр, мәҫәлән, Азербайжан һәм Төркиә менән сағыштырырға була.