

Был мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған. Контракттың башланғыс хаҡы 942 миллион һум тәшкил итә. Һатып алыуҙы төбәк бюджеты финанслай.
Автобустарҙы ике ай эсендә килтерергә кәрәк. Улар быйыл ғына сығарылған, 43 пассажирҙы һыйҙырырға тейеш.
6 октябрҙә «Башавтотранс»ҡа Өфөнөң 226-сы маршрутын хеҙмәтләндереү өсөн 50 яңы автобус тапшырғайны.