Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
23 Октябрь 2023, 06:07

Республикала -4 градусҡаса һалҡынайта

Синоптиктар фаразлауынса, дүшәмбе, 23 октябрҙә, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5°.

Республикала -4 градусҡаса һалҡынайтаРеспубликала -4 градусҡаса һалҡынайта
Республикала -4 градусҡаса һалҡынайта

Шишәмбе, 24 октябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -2,+3, көндөҙ +4, +9° була.

Шаршамбы, 25 октябрҙә, епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, төндә урыны менән көслө, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, +1°, көндөҙ -1, +4°.

Башҡортостанда ҡар яуыуы сәбәпле юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы.

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-23/yam-yr-epshek-ar-bo-lauy-bsh-ortostanda-4-gradus-asa-al-ynayta-3488802

 

Автор:
Читайте нас