Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
24 Октябрь 2023, 05:52

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләне

Валерий Олейник Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары итеп тәғәйенләнде. Ошо һәм башҡа яңы кадрҙар тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә иғлан итте.

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләнеБашҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләне
Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләне

Республика етәксеһе үҙенең указы менән мәғариф һәм фән министры вазифаһына министрҙың беренсе урынбаҫары булып эшләгән Илдар Мәүлитбирҙинды тәғәйенләүен билдәләне.

Район советы ҡарары менән Шаран районы хакимиәте башлығы итеп - Марат Әхмәҙуллин, ә Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы итеп Айҙар Баҙғетдинов тәғәйенләнде.

Автор:
Читайте нас