

«КҮҘҘӘР ЯНЫП ТОРҺОН»
Эйе, был проект тап Башҡортостанда – илебеҙҙең иң матур төбәктәренең береһендә барлыҡҡа килергә тейеш ине. Республикабыҙ ҙур, һоҡланғыс урындары һанап бөткөһөҙ, әммә эшләп йөрөгән кешеләр тыуған төйәгенең бар матурлығын барып күрергә ваҡыт еткерә алмай. Ә инде өлкәнәйгәс, буш ваҡыт күбәйеүгә ҡарамаҫтан, сәйәхәтте ойоштороу йәһәтенән мәшәҡәттәр арта.
Хаҡлы ялдағыларға уңайлы шарттарҙа сәйәхәт итеү мөмкинлеген биргән проектты тормошҡа ашырыу башланғысын республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Ул билдәләүенсә, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» ике төп маҡсатты алға ҡуя: беренсеһе – ғүмер оҙайлығын арттырыу, икенсеһе – йәшәү сифатын яҡшыртыу. Кешеләр сәйәхәт итә алһын, аң-белемен арттырһын, ә күҙҙәр янып торһон, көс-дәрт, сәләмәтлек өҫтәлһен.
– Шуныһы ғәжәп: тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, ғүмер буйы Өфөлә йәшәгән ҡайһы берәүҙәр бер ваҡытта ла Еҙем йылғаһының, То- ратауҙың матурлығын, тәбиғәт һәйкәлдәрен күргәне, «Изге ҡыуаҡтар» монастырында, Нарыҫтауҙа йәки шифалы сығанаҡтарҙа булғаны юҡ. Шул уҡ ваҡытта райондарҙа йә- шәгән, бөтә ғүмерен хеҙмәткә арнаған кешеләр баш ҡалабыҙға килгәне, Ленин урамы буйлап үткәне, Салауат Юлаев һәйкәлен күргәне юҡ. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһы ошо ғәҙелһеҙлекте төҙәтергә һәм хаҡлы ялға сыҡҡас, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров.
ҠАТНАШЫУСЫЛАР ҺАНЫ ЙЫЛЫНА 10 МЕҢДӘН 20 МЕҢГӘ АРТТЫ
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы тәүге көндән үк танылыу яуланы. Пенсионерҙар һайлау мөмкинлеге булыуын юғары баһаланы: теләһәң – берәй ҡалаға йәки тәбиғи паркка барып ҡайтаһың, атта йөрөйһөң йәки дарыу үләндәре йыяһың, кемдәрҙер изге урындар буйлап сәйәхәткә юллана. Шулай уҡ бөгөн республикала бик күп саралар үтә, уларҙа хаҡлы ялдағыларҙы ҙур ҡунаҡ булараҡ ихлас ҡабул итәләр. Мәҫәлән, Бөрөлә – «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкцияһы, Баймаҡта – «Башҡорт аты»,
Бүздәк районында «Бәлешфест» һәм башҡа байрамдар.
Проект танылыу алыу сәбәпле, киләһе йылына төбәк етәксеһе Радий Хәбиров программаның бюджетын ике тапҡыр арттырырға ҡушты. Шулай итеп, бөгөн «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»дың сәйәхәт маршруттары менән башта тәҡдим ителгәнсә йылына
10 мең түгел, ә 20 мең кеше файҙалана ала.
СИТ ИЛДӘРГӘ СӘЙӘХӘТ
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһында ҡатнашыу-сылар өсөн бөтә сәйәхәттәр ҙә – бушлай. Туристарҙы гид оҙатып йөрөй, уңайлы автобустар бүленә. Экскурсия пакетына ҡатнашыусыны страховкалау, музейҙарға инеү, оҫталыҡ дәрестәре инә.
Сәйәхәттәр бер көнгә иҫәпләнгән, үтә алыҫ араларға ойошторолмай, шуға күрә ололар арымай, мәшәҡәттәрһеҙ генә йөрөп ҡайта ала.
Быйыл «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» тәүге тапҡыр сит илдәргә сығыу мөмкинлеге булдырҙы. Проектта ҡатнашыусылар Белоруссияға йәки Абхазияға барып ҡайта ала. Беларустә бер аҙна булыу турисҡа 26500 һумға төшә, бынан тыш, 15 мең һумды республика өҫтәп түләй. Был суммаға самолетта осоу, йәшәү, иртәнге аш, экскурсия сығымдары ингән. «Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге» киң танылыу алды, йыл аҙағынаса күрше дәүләткә 1300-ҙән ашыу пенсионер барып ҡайтыр тип күҙаллана.
«Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмер-лелеге» проекты һынау рәүешендә үткәрелә. Ошо көндәрҙә Өфөгә тәүге 46 турист әйләнеп ҡайтты. Биш көнлөк сәйәхәт өсөн улар 28500 һум түләне, тағы 15 мең республиканан бүленде. Туристар Гаграла, Рица күлендә, Яңы Афонда, Сталиндың дачаһында һәм Абхазияның башҡа матур урындарында булған.
– Был республиканың ошондай турҙар ойоштороу буйынса икенсе тәжрибәһе булды. Тәүгеһе – «Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге» ҙур ихтыяж менән файҙалана. Хәҙер Абхазияла булып ҡайтҡан оло йәштәгеләрҙең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, был йүнәлештең ни дәрәжәлә ихтыяжға эйә булыуын өйрәнәсәкбеҙ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
Сиктәрҙе киңәйтеп, республика оло йәштәгеләргә сәйәхәт өсөн яңынан-яңы ҡыҙыҡлы урындар эҙләүен дауам итә. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһына ярашлы Ҡаҙағстанға сәйәхәт мөмкинлеге ҡарала.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.