

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителде. 2020 йылдың 1 июлендә халыҡ тауыш биреүендә уға үҙгәрештәр индерелде. Ошо уҡ йылдың 15 ғинуарында Рәсәй президенты Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Конституцияға илдең дәүләт ҡоролошондағы сәйәси үҙгәрештәргә, шулай уҡ өҫтәмә социаль гарантияларға ҡағылышлы үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Хоҙай, ғаилә, тарихи хәтер кеүек төшөнсәләр айырым билдәләнә. Рәсәйҙең Конституция суды бындай үҙгәрештәрҙең законлылығын раҫланы.
Башҡортостан Конституцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителде.