

«Быйыл Башҡортостандың 30 муниципалитетындағы 246 күп фатирлы йорт биләмәһе төҙөкләндерелде, уларҙа 50 меңгә яҡын кеше йәшәй. Беҙ 4550 парковка урыны эшләнек, 152 балалар һәм спорт майҙансығы, 84 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансығы булдырҙыҡ. Киләһе йылға ла пландар бар. «Башҡорт ихаталары» – халыҡҡа бик кәрәкле программаларҙың береһе, уны ғәмәлгә ашырыуҙы мотлаҡ дауам итербеҙ», - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.