Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Ноябрь 2023, 11:15

Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне

Бөгөн, 1 ноябрҙә, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләнеРадий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне
«Бөгөн беҙ еңел булмаған, әммә бик мөһим аграрий һөнәрен һайлаған кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Хөрмәтле дуҫтар, үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы, эшһөйәр, һайлаған эшегеҙгә тоғро булыуығыҙ киң танылыуға лайыҡ», - тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикабыҙ өсөн ауыл хужалығы оло әһәмиәткә эйә. Аграрийҙарҙың хеҙмәте менән Башҡортостан бөгөн йәшәй һәм сәскә ата, ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.

Һауа шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, быйыл да аграрийҙар республиканы яҡшы уңыш менән һөйөндөрҙө. Агросәнәғәт комплексының юғары ҡаҙаныштары артында – көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт.

«Хәҙерге ваҡытта ауыл эшсәндәренең күбеһе Ватан һәм тыныс тормош һағында тора. Беҙ уларға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Улар барыһы ла – ысын геройҙар. Уларҙың еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ! Яугирҙәребеҙгә ярҙамығыҙ, аҙыҡ-түлек, гуманитар ылау өсөн рәхмәт», - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе бөгөн юғары нарадаларға лайыҡ булған тармаҡ ветерандарын айырым билдәләп үтте.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-01/radiy-h-birov-agrar-tarma-ty-aldyn-y-v-kild-ren-d-l-t-nagradalary-men-n-b-l-kl-ne-3501703

 

Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне
Автор:
Читайте нас