Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Ноябрь 2023, 15:55

Андрей Назаров Шанхайҙа республикабыҙҙа Ҡытай автоконцернын урынлаштырыу мөмкинлеген тикшерҙе

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Ҡытайға эш сәфәре барышында Shandong Zingking Technology Co., Ltd. автоконцерны генераль директоры Ма Цзэнхуа менән осрашты.Унда Башҡортостанда  махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр («ашығыс ярҙам» машиналары) етештереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Андрей Назаров Шанхайҙа республикабыҙҙа Ҡытай автоконцернын урынлаштырыу мөмкинлеген тикшерҙе
Андрей Назаров Шанхайҙа республикабыҙҙа Ҡытай автоконцернын урынлаштырыу мөмкинлеген тикшерҙе

Ҡытай Башҡортостан өсөн кооперацияның өҫтөнлөклө йүнәлеше һәм ҡыҙыҡлы партнер булып ҡала, тәү сиратта сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр йәһәтенән, тип билдәләне Андрей Назаров.

— «Башавтотранс»тың 65 автобусында сафтан сыҡҡан «Мерседес» двигателдәрен Yuchai газ двигателдәре менән алмаштырҙыҡ, 255 «НефАЗ» автобусын йыйғанда ла Weichai газ двигателе файҙаланылды. Бынан тыш, республика Yutong маркалы  52 автобус һатып алды. Ҡытайҙа етештерелгән техника торлаҡ-коммуналь һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә үҙен һәйбәт күрһәтте. Быйыл Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында Ҡытай Халыҡ Республикаһында сығарылған 60-тан ашыу трактор эшләне. Әле республикала «Башсельхозтехника» предприятиеһының Zoomlion Heavy Industry Rus компанияһы менән берлектә тракторҙар йыйыуын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә, — тине премьер-министр.

Инфраструктура һәм ярҙам саралары Башҡортостанда сит ил производстволарын асыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне Андрей Назаров. Республикала сәнәғәт кластерҙары бар, индустриаль һәм технопарктар, инвесторҙар өсөн өҫтөнлөклө зоналар эшләй. Биш йылдам үҫеш биләмәһендә, стандарт һалым өҫтөнлөктәренән тыш, махсус льготалар ҙа ғәмәлдә.

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡытайҙа өс көн эшләй. Партнерҙар менән осрашыуҙар, Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, China International Import Expo халыҡ-ара күргәҙмәһендә эш ҡаралған. Төп сараларҙың береһе — Волга буйы федераль округының һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһының Үрге, Урта ағымы төбәктәренең хеҙмәттәшлек буйынса советы ултырышы.

Бизнес-делегация составында республика предприятиелары һәм үҫеш институттарының 40-тан ашыу вәкиле бар. Сәфәр барышында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, В2В менән һөйләшеүҙәр үткәреү планлаштырыла.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-11-07/andrey-nazarov-shanhay-a-respublikaby-a-ytay-avtokontsernyn-urynlashtyryu-m-mkinlegen-tiksher-e-3509264

 

Автор:
Читайте нас: