Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Ноябрь 2023, 16:03

Республикала муниципалитеттарҙың техниканы тәбиғи газға күсереү буйынса әүҙемлеге баһалана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитеттарҙың техниканы һәм транспортты тәбиғи газға күсереү, тейешле инфраструктура булдырыу мәсьәләһендә әүҙемлек рейтингын әҙерләргә ҡушты.

Республикала муниципалитеттарҙың техниканы тәбиғи газға күсереү буйынса әүҙемлеге баһалана
Республикала муниципалитеттарҙың техниканы тәбиғи газға күсереү буйынса әүҙемлеге баһалана

Хәҙерге көндә Башҡортостан АГНКС (автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары) һаны буйынса Рәсәй субъекттары араһында икенсе урынды биләй, әммә инфраструктура булдырыу ғына мөһим түгел, ул эшләргә лә тейеш. Транспортты тәбиғи газға күсереү мәсьәләләре муниципалитет етәкселәре менән тикшерелде, ләкин был мәсьәләгә ҡарата улар яғынан иғтибарһыҙлыҡ күҙәтелә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостанда транспортты тәбиғи газға күсереү һәм бындай яғыулыҡтың өҫтөнлөктәре тураһында «Башинформ» хәбәр иткәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-11-07/respublikala-munitsipalitettar-y-tehnikany-t-bi-i-gaz-a-k-sere-buyynsa-emlege-ba-alana-3510108

 

Автор:
Читайте нас: