Документҡа ярашлы, премияға конкурс нигеҙендә киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәғлүмәт материалдарының штаттағы һәм штаттан тыш авторҙары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм ижади хеҙмәткәрҙәр дәғүә итергә мөмкин.
Журналистика өлкәһендә көнүҙәк йәки йәмәғәтселектә танылған контент өсөн йыл һайын һәр береһе 300 мең һумлыҡ 20 премия тапшырыу ҡарала.
Шулай уҡ, Башҡортостан хөкүмәте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләме 100 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырғайны.