Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Ноябрь 2023, 15:25

Намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел!

«Намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел!» - Башҡортостан Башлығы журналистар өсөн яңы премия хаҡында һөйләне.

Намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел!
Намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел!

Башҡортостан Башлығы республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

— Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар был премияла үҙҙәре үҙ урынын табыр тип уйлайым. Унда эҙләргә кәрәкмәй — өс һүҙ: «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ». Унда намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел! — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Бөтәһе 20 премия, һәр береһе 300 мең һумлыҡ.

Документҡа ярашлы, конкурс нигеҙендәге премияға киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәғлүмәт материалдарының штаттағы һәм штаттан тыш авторҙары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм ижади хеҙмәткәрҙәр дәғүә итергә мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-13/namy-y-ar-m-alda-sylar-bulyr-a-teyesh-t-gel-bash-ortostan-bashly-y-zhurnalistar-s-n-ya-y-premiya-ha-ynda-yl-ne-3518478

 

Автор:
Читайте нас: