Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Ноябрь 2023, 10:25

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫарҙары тәғәйенләнде

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең ике урынбаҫары тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа 2023 йылдың 8 ноябрендә ҡул ҡуйылған.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫарҙары тәғәйенләндеБашҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫарҙары тәғәйенләнде
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫарҙары тәғәйенләнде

Беренсе урынбаҫар — Елена Анатольевна Арямнова, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалын тамамлаған. 2021 йылдан ошо ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—  Ҡоролтай депутаты, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй-Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире була.

Әлегәсә республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә эшләгән Фәнис Илдус улы Әхмәтов та матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-14/bash-ortostandy-matbu-at-m-ki-m-l-m-t-saralary-agently-y-et-kse-e-urynba-ar-ary-t-yenl-nde-3519329

 

Автор:
Читайте нас