«Мәскәүҙә «Транспорт аҙналығы»да эшләйбеҙ. Ошо мөһим форумда илебеҙҙең транспорт өлкәһен үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнә. Әлбиттә, был федераль власть органдары етәкселеге менән үҫеш буйынса бурыстар тураһында фекер алышыу мөмкинлеге лә булып тора», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының күргәҙмә стендын Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин да ҡараны. Радий Хәбиров вице-премьерға төбәктең төп инфраструктура проекттары тураһында һөйләне, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
«Бөгөн уға Өфөнән Көнсығыш сығыу юлындағы эштәр барышы тураһында мәғлүмәт бирҙем. Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклемге участкала Р-240 федераль трассаһын киңәйтеү буйынса пландарҙы, башҡа бер нисә проектты тикшерҙек», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.